Эстер 2:12 - Изге Яҙма12 Һәр ҡыҙ, Ахашверош батша янына барырға сират еткәнсе, ун ике ай буйы әҙерләнә. Матурланыу ваҡыты шул саҡлыға һуҙыла: алты ай мирра майы, алты ай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тәғәйенләнгән башҡа хуш еҫле майҙар менән һөртөнөргә кәрәк була. Faic an caibideil |
Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.