Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 10:2 - Изге Яҙма

2 Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 10:2
10 Iomraidhean Croise  

Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, уның башҡарған эштәре һәм аҡылы тураһында «Сөләймәндең йылъяҙмаһы» китабында яҙылған.


Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Ахавтың башҡа ғәмәлдәре, фил һөйәгенән һалдырған һарайы, ул төҙөгән барлыҡ ҡалалар тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды.


Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


Батша Һамандан систереп алған мөһөр йөҙөгөн, бармағынан сисеп, Мордехайға тапшырҙы. Эстер Мордехайҙы Һамандың мал-мөлкәтенә идара итергә тәғәйенләне.


Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.


Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan