Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 10:1 - Изге Яҙма

1 Ахашверош батша бөтә илендә, диңгеҙ ярҙарында йәшәүселәргә тиклем, һалым индерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 10:1
8 Iomraidhean Croise  

Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.


Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.


Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.


Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер.


Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan