Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 1:6 - Изге Яҙма

6 Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 1:6
10 Iomraidhean Croise  

Батша баҡсанан табын янына әйләнеп инеүгә, Һамандың Эстерҙың диванына йөҙө менән ҡапланған булыуын күрҙе. Батша: – Етмәһә, минең күҙ алдымда, минең йортомда батшабикәгә ҡағылырға итәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Батшаның әйтеүе булды – Һамандың йөҙөн ҡапланылар.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.


Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың.


Һәр ҡорбан усағының янында Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә Рәхәтләнеп тән яҙалар; Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты Алла йортонда тартынмай эсәләр.


Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».


Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;


Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan