18 Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ.
Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде.
Барса ҡатын-ҡыҙ батшабикәнең ҡылығы хаҡында белеп, ирҙәрен хөрмәт итеүҙән туҡтар. «Ахашверош батша Вашти батшабикәгә янына килергә бойорған, ә тегеһе килмәгән», – тиер.
Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен.
Һарайҙың зирәк ҡатындары яуап ҡайтара, Үҙе лә улар әйткәненә ышана: