17 Барса ҡатын-ҡыҙ батшабикәнең ҡылығы хаҡында белеп, ирҙәрен хөрмәт итеүҙән туҡтар. «Ахашверош батша Вашти батшабикәгә янына килергә бойорған, ә тегеһе килмәгән», – тиер.
Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды.
Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Мемухан батшаға һәм вәзир-бәктәргә былай тине: – Вашти батшабикә батша алдында ғына түгел, бәлки барлыҡ вәзир-бәктәр, шулай уҡ Ахашверош батшалығының барлыҡ өлкәләрендә йәшәгән бөтә халыҡтар алдында ғәйепле.
Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ.
Һеҙгә килгәндә иһә, һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын ирен хөрмәт итһен.