11 башына таж кейгән Ваштиҙы үҙ хозурына алып килергә бойорҙо. Ул батшабикәнең гүзәллеген халыҡҡа һәм вәзир-бәктәргә күрһәтергә теләгәйне, сөнки батшабикә, ысынлап та, ифрат сибәр ине.
Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.
Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны.
Батша Эстерҙы бүтән ҡатындарға ҡарағанда нығыраҡ яратты. Эстер башҡа бөтә ҡыҙҙарға ҡарағанда батшаның күңелен нығыраҡ биләне һәм илтифатын яуланы. Батша Эстерға батша тажы кейҙерҙе, уны Вашти урынына батшабикә итте.
батша үҙе кейә торған кейем, батша менеп йөрөй торған һәм башына батша тамғаһы беркетелгән ат килтерелһен.
Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.
Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.