Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 1:1 - Изге Яҙма

1 Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 1:1
10 Iomraidhean Croise  

Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.


Ахашверош батша бөтә илендә, диңгеҙ ярҙарында йәшәүселәргә тиклем, һалым индерҙе.


Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.


Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Мордехай Ахашверош батшалығының йөҙ ҙә егерме ете өлкәһендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә тыныслыҡ һәм именлек теләктәре менән тулы хаттар ебәрҙе.


Куш йылғаларының аръяғына, Бөжәк ҡанаттарының шауы яңғыраған илгә – ҡайғы!


Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа илселәр ебәрҙе.


Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.


Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.


Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan