6 Ерҙе урынынан ҡуҙғатыр, Уның терәктәрен дер һелкетер.
Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.
Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.
Йәнемә тыныслыҡ ҡайтһын йәнә, Сөнки Раббы яҡшылығын ҡылды.
Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда.
Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.
Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.
Тауҙарға төбәлдем – улар ҡалтырай, Бөтә ҡалҡыулыҡтар дер һелкенә.
Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.
– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы бер аҙҙан Мин күк менән ерҙе, Диңгеҙ менән ҡоро тупраҡты тетрәтәсәкмен.
Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә.
Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.