5 Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.
Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
Ә кеше саҡматаштай ҡаты ҡаяларҙы емерә, Тауҙарҙы төбө-тамырынан аҡтара;
Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә.
Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө.
Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.
Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.
Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!
Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды.
Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?
Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.
Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.
Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.
Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,
көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.
Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.
Күк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.