Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 9:16 - Изге Яҙма

16 Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 9:16
12 Iomraidhean Croise  

Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.


Йылмайыуым уларҙа өмөт уята, Яҡты йөҙөм күңелдәрен күтәрә торғайны.


Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.


Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.


Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ; Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет.


Муса быларҙы Исраил халҡына еткерҙе, ләкин тегеләр тыңларға ла теләмәне, сөнки, ауыр эштән йонсоп, төшөнкөлөккә бирелгәндәр ине.


Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны.


Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan