10 Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек, Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын?
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Йәшәһен батша! Уға Шеваның алтынын бирһендәр; Уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡылһындар, Көн оҙоно Алланан фатиха һораһындар!
Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.
Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай.
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,