9 Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.
Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.
Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һорай.
Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.
Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.
„Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Һораһаң, улар өйрәтмәҫ-һөйләмәҫ, Күңелдәгеһен асмаҫ тиһеңме ни?
Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур.
Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты.
Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!
«Әйҙәгеҙ, был милләтте юҡ итәйек, – тиҙәр. – Исраилдың исеме лә онотолһон».
Ул һине ҡанат аҫтына алыр, Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың; Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр.