6 Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр.
– Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше.
Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.
Сатырыңда гел имен буласағын белерһең, Малдарыңды байҡарһың да бер етешһеҙлек тә тапмаҫһың.
Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села
Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш, иманлылар торлағына бәрәкәт бирә.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.
Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?
Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.