Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 8:3 - Изге Яҙма

3 Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 8:3
29 Iomraidhean Croise  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.


Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?


Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.


Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.


Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“


Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.


Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.


Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй.


Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр?


Фекер ебемде алыҫтан тағата башлайым, Яратыусымдың хаҡлығын иҫбатлайым.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.


„Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы?


«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.


Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.


«Дөрөҫ, бының шулай икәнлеген беләм. Әммә кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?


Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек.


Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә.


Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?


Әммә һинең халҡың: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – ти. Ә бит уларҙың үҙҙәренең юлы дөрөҫ түгел.


Әммә һеҙ: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – тиһегеҙ. Мин һәр берегеҙҙе ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм итәсәкмен, эй Исраил нәҫеле!


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Мин ҡорбан усағы яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan