18 Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа, Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер.
Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер.
Ҡасандыр уға ҡараған күҙҙәргә күренмәҫ бүтән, Йәшәгән ерҙәре инде уны күрмәҫ.
Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған төйәге уны танымаҫ.
Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын.
Тамырҙары таштар араһына үтеп инер, Таш диуарҙарға һарылыр.
Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.
Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.