13 Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай; Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә.
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.
Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.
Әлегә ул йәшел, ҡырҡылмаған булһа ла, Һыу ҡороһа, башҡа үләндәрҙән алда кибә.
Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.
Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.
Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села
Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға.
Яман әҙәм менән бергә өмөтө лә үлер, боҙоҡтарҙың көткәне аҡланмаҫ.
Залимдар йығылып юҡ булыр, тәҡүәләрҙең йорто имен торор.
Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»
Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?
Әйттем: «Инде түҙемлегем бөттө! Раббыға өмөтөм өҙөлдө».
Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.
Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!
Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан.
ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.
Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.