3 Миңә лә буш айҙар насип булды, Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө.
Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң, Бар яҡындарымды һәләк иттең.
Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.
«Әгәр ҙә мин үткән мәлдәрҙәге, Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән!
Күләгәгә зарыҡҡан ҡол, Эш хаҡын көткән ялсы һымаҡ ул.
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!
Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?
Ыңғырашып хәлдән тайҙым; Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, Күп илауҙан сыланған мендәрем.
Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу.