19 Ниңә минән саҡ ҡынаға ла күҙеңде алмайһың, Төкрөгөмдө йоторға ла ихтыяр бирмәйһең?
Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын
Шулай булғас, унан күҙеңде ал; Эшен тамамлаған көнлөксөләй, Исмаһам, саҡ ҡына рәхәт күрһен.
Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.
Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды, Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы, Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар. Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым.
Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай.
Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.