9 Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!
Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!
Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –
Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан.
Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
Көтөүсе сатырын һүтеп алған һымаҡ, Торлағым минән алынды; Туҡыусы һуҡҡан туҡымаһын төрөп ҡуйғандай, Мин дә ғүмеремде төрөп ҡуйҙым. Раббы ғүмеремде, туҡыу станындағы еп һымаҡ, ҡырҡты. Көнөн-төнөн Ул мине ахырыма алып бара.
Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.
Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.
Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.