– Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын.