11 Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын
Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?
Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.
Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә.
Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
Мин кешеләрҙән зарланаммы ни? Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң?
«Хәле ҡалмағанға нисек ярҙам иттең? Көсһөҙ ҡулға таяныс булдыңмы?
Әллә миндә таш ныҡлығы бармы? Әллә тәнем баҡырҙанмы?
Ауыҙыма яңы бер йыр һалды – Аллабыҙға гүзәл маҡтау йыры. Күптәр күреп тетрәнерҙәр әле, Раббыбыҙға инанырҙар.
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!