Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 5:8 - Изге Яҙма

8 Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 5:8
16 Iomraidhean Croise  

Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,


Һеҙ белгәнде мин дә беләм, Һеҙҙән бер ҙә кәм ерем юҡ.


Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!


Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер.


Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.


Әгәр Аллаға табан ихласлап боролһаң, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң,


Сөнки ғәйептәрем баштан ашты, Күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan