7 Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай, Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.
Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?
Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
Бөтә нәмә лә хәлдән тайҙыра – Уларҙы тасуирларға һүҙ етмәҫ; Ҡарап-ҡарап та күҙ туймаҫ, Тыңлап-тыңлап та ҡолаҡтың танһығы ҡанмаҫ.
Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?
Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт.
Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым? Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер, Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни?
Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.