Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 5:6 - Изге Яҙма

6 Бәлә-ҡаза тупраҡтан шытып сыҡмай бит, Ҡайғы-хәсрәт ҡырҙа үҫмәй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 5:6
11 Iomraidhean Croise  

Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр».


Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.


Тирә-яғыңда йығылып ятыр меңдәр; Унар меңдәр уң яғыңда ҡолар, Ә һиңә ҡағыла алмаҫ хәтәр.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни?


Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.


Бураҙнаңда үҙе үҫеп сыҡҡанды урма, ҡыҫҡартылмаған йөҙөмөңдө йыйма. Был ер өсөн ял итеү йылы булыр.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: ‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип Маһайып йөрөмәһендәр.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan