5 Уңыштарын астар ашар – Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар, Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор.
Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.
Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.
Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә, Бәлә килеп йыға һуғыр, Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр.
Шуға күрә әйләнәңдә – тоҙаҡ, Көтөлмәгән дәһшәт солғап алған.
Раббы Үҙенең уң ҡулын, Көслө ҡулын, күтәреп ант итте: «Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм, Яттар һинең михнәтләнеп Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән.
«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.
Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.
Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.
Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.
Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр. Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ, Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк.
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.
Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.
Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.