18 Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр.
Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.
Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.
Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.
Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.
Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.
Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән.
Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.
Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.