Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.