11 Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға.
Түбәнһетелгән, йығылғанды күреп: „Торғоҙоғоҙ!“ – тип әйтерһең. Алла күңеле төшкәндәрҙе ҡотҡарыр.
Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ, Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр, Мәңгелеккә юғары күтәрер.
Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ.
Эй ер йөҙө, бөйөк Хакимың алдында, Ҡая ташты күлгә әйләндергән, Саҡматашты шишмә иткән Раббы, Яҡуп Аллаһы алдында тетрә.
Раббы йортонда тамырланғандар, Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр.
Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».
әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.
Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.
Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын,
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.
Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.