5 Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем; Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр.
Кешенең ҡолағын аса, Иҫкәртеүҙәр менән ҡотон ала,
Йәшерен һүҙ ишетелде миңә, Ҡолағыма бышылдау сағылды.
Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.
Мине күргән Мине Ебәргәнде күрә.
Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә.