1 Шунан Әйүп Раббыға былай тип яуап бирҙе:
Ул былай тине:
Ысынлап та Минең ғәҙеллегемде бушҡа сығараһыңмы? Үҙеңде хаҡ тип иҫбатлар өсөн Мине ғәйепләмәксеһеңме?
«Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай.
Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.
Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.