11 Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.
Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
Әммә ғәйебеңде инҡар итһәң, Һин ниндәй әжер көтәһең? Быны үҙең хәл итергә тейеш, ә мин түгел. Әгәр берәй нәмә белһәң – һөйлә.
Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала?
Морон тишектәренән төтөн бөркөлә, Әйтерһең, ҡамыш яҡҡан усаҡта ҡаҙан ҡайнай;
Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.
Аллам, саҡырамын көндөҙҙәрен – яуап ҡайтармайһың. Төнөн йәнә – тынғылыҡ тапмайым.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
Эй Алла, булдыр миндә саф йөрәк, Булмышымда ҡаҡшамаҫлыҡ рух яңырт.
Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;
Йәки берәйһе Аллаға нимәлер биреп, Ул ҡайтарырға бурыслы булып ҡалған?
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә Раббыныҡы».
Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ.
Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы;
Ҡарағыҙ, бөтә ер йөҙөнөң Хужаһының Килешеү һандығы һеҙҙең алдан Иордан йылғаһына инә.