9 Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.
Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ!
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.
Раббым, йәнемде гүрҙән сығарҙың, Йәшәү бирҙең, ҡәбергә төшөрмәнең.
Етмеш йыл ғүмер һөрәбеҙ, Ныҡ булғанда һикһәнгә етәбеҙ; Иң матур йылдар ҙа ауыр хеҙмәт, яфа менән Елеп үтә, үҙебеҙ осоп китәбеҙ.
Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.
Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!
Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.
Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?
Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.
Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».
Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны.
Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?
Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.