8 Минең күреүемсә, золом һөрөп, Яуызлыҡ сәскән бәндәләр ҡаза ура.
Юҡ-барға ышанып, үҙен-үҙе алдамаһын, Сөнки эшенең әжере лә юҡ-бар буласаҡ.
Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр».
эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.
Ғәҙелһеҙлек сәскән – бәлә урған, уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр.
Улар ултыртҡан көндө үк үҫеп сыҡһа ла, Иртәгәһенә сәскә атһа ла, Уңалмаҫ йәрәхәттәр алған хәсрәт көнөңдә Уңышың юҡҡа сығасаҡ.
Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».
Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр. Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ, Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр.