6 Алланан ҡурҡыу ышаныс бирмәйме ни? Кәмселекһеҙ йәшәүеңә өмөт бағлай алмайһыңмы?
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.
Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер?
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?
Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй Күңеленән мәкер уйлаған залимдар, Ямандар менән бергә мине лә алып китмә.
Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.
сөнки Раббы таянысың булыр, аяғыңды мәкер тоҙағынан һаҡлар.
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.