4 Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың.
Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –
Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем, Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем, Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым.
Хәтереңә төшөр, үҙең күптәргә өгөт-нәсихәт бирҙең, Ҡулы һәленеп төшкәнгә көс өҫтәй инең.
Инде үҙ башыңа төшкәс, сабырлығыңды юйғанһың; Үҙеңә килеп ҡағылғас, бөтөнләй ҡаушап ҡалғанһың.
Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.
Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр – көмөш һауыттағы алтын алма.
Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.
Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.
Хәҙер инде уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр.
Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.
Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.
Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ