3 Хәтереңә төшөр, үҙең күптәргә өгөт-нәсихәт бирҙең, Ҡулы һәленеп төшкәнгә көс өҫтәй инең.
Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.
Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –
Һуҡырҙарға күҙ булдым, Аҡһаҡтарға аяҡ инем.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Кешеләр һөйләгәнемә ҡолаҡ һала, Кәңәшемде шымып көтә ине.
Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың.
Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.
Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.
Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.
Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.
Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.
Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.
Шул көндө Йәрүсәлимгә: «Ҡурҡма, Сион! Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр.
Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.
Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне.
Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.
Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк».
Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.
Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ