Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 4:19 - Изге Яҙма

19 Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 4:19
18 Iomraidhean Croise  

– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:


Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?


Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.


Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.


Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.


Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.


Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»


Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек – Мин дә балсыҡтан әүәләнгәнмен.


Ул йондоҙҙарҙың иҫәбен белә, Уларҙың һәр береһенә исем бирә.


Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan