18 Ҡара, Алла хеҙмәтселәренә лә ышанып бөтмәй, Хатта фәрештәләрендә лә етешһеҙлек таба.
Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр?
Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?
Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.
Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.