15 Бер рухтың еле йөҙөмә тейеп үтте – Хатта тәндә ҡош йөндәрем ҡалҡты.
Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде.
Ул туҡтаны, уның ни булғанын аңламаным, Тик рәүешен генә абайланым. Тынлыҡта тауыш ишеттем:
Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.
Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.
Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.
Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.