Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 4:11 - Изге Яҙма

11 Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була, Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 4:11
17 Iomraidhean Croise  

Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?


Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.


Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.


Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым, Табышын тештәре араһынан тартып алдым.


Инә арыҫланға табышты һин ҡыуаһыңмы, Бала арыҫландарҙың тамағын һин туйҙыраһыңмы


Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән, Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр.


Балалары хәүефкә яҡын булыр, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар, Уларҙы һис кем яҡламаҫ.


Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!»


Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар.


Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын; Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan