9 Ҡырағай үгеҙ һиңә хеҙмәт итергә теләрме? Һинең утлыҡсаң янында төнәрме?
Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы? Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы?
Аҙыҡ эҙләп тау-таш ҡыҙыралар, Һәр бөртөк йәшел үләнде ҡалдырмай эҙләйҙәр.
Уның асыуы – бер мәлгә генә, Миһырбаны ғүмер буйы ҡалыр. Кисен күҙ йәшебеҙ аҡһа, Таң менән бергәләп шатлыҡ тыуыр.
Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».
Улар менән бергә ҡырағай үгеҙҙәр, Башмаҡтар, көслө буғалар йығыласаҡ, Тупраҡ ҡанға туйынасаҡ, Ер май менән ашланасаҡ.
Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда.
Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.