Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 39:5 - Изге Яҙма

5 Кем ҡырағай ишәктәрҙе иреккә ебәрҙе, Кем уларҙың тышауҙарын өҙҙө?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 39:5
13 Iomraidhean Croise  

Улың кешеләр араһында Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр: Һәр кешегә ҡулын күтәрер. Барыһынан да үҙе шуны күрер, Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр.


Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр;


Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.


Мохтаждар, ҡырағай ишәктәр кеүек, Ризыҡ эҙләп сүллек, ҡоро дала гиҙә; Башҡа нисек балаларын туйындырһын?


Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы? Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы?


Бәрәстәре ҡырҙарҙа үҫеп, көсәйеп, Уларҙы ташлап китер, кире ҡайтмаҫын беләһеңме?


Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк? Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа?


Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


Ҡырағай ишәктәр, ҡаҡ түбәгә баҫып, Сүл бүреһе кеүек йыш-йыш һулыш ала; Уларҙың күҙҙәре тонған, Сөнки бер ҡабым үлән ҡалмаған».


Дәртенә сыҙаша алмай Елде еҫкәгән ҡырағай ишәкте кем тыя алһын? Ата ишәк уны эҙләп тә йонсомаҫ: Өйөккән айында уны табыу ҡыйын түгел.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan