16 Себештәренә ҡарата аяуһыҙ ул, әйтерһең дә улар ят; Тырышлығы бушҡа китер тип тә ҡурҡмай.
Аяҡ аҫтында ярылып иҙелерен, Ҡырағай йәнлектәр тарафынан тапалырын аңламай.
Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған, Аңлау ҡеүәһе бирмәгән.
Ахмаҡты эш тиҙ ялҡыта, ул хатта ҡалаға ҡайтыр юлын да онота.
«Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?
Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра.
Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.
аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.