Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.