8 Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы?
Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы.
Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды.
Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,
Уның сиктәрен билдәләп, Арҡыры биктәр ҡуйып, ҡапҡаһын йоҙаҡланым.
Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем.
Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.
Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.
Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –
Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?
Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.