5 Беләһеңдер, кем уның үлсәмен билдәләне? Өҫтөнән кем үлсәү бауын һуҙҙы?
Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.
Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,
Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған? Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған?
Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села
Ул күкте бар ҡылғанда – шунда булдым, даръя өҫтөнә офоҡто һыҙған саҡта,
Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –
Унда берғаҙан менән терпе хужа булыр; Өкө менән ҡоҙғон төйәкләнер; Раббы уның өҫтөнән бөлгөнлөк ебе һуҙыр, Ҡыйралыш ауыртмағы менән үлсәр.
Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.