3 Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.
Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.
Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.
Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр?
«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Бөтә тәкәбберҙәргә ҡара ла түбәнһет, Залимдарҙы торған урынында ҡыра һуҡ.
„Һин тыңлап тор, Мин һөйләйем; Мин һорайым, һин аңлатып бир“, – тинең.
Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.
Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр.
Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.