3 Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта.
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн, Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй.
Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ.
„Беҙ әҙер!“ – тип осоп сыҡһын өсөн Йәшендәрҙе һин оҙата алаһыңмы?
Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты; Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо.
Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны! Күңел ас, шатлан һәм йырла!
Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.
Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.
Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.