2 «Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ!
Әлиһу былай тип дауам итте:
Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай.
хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,
Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.
Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.